05:00 (UTC+5), 14 Ноября 2017

«Өфө» футбол клубы өс көндә 25 мең евро эшләне

«Өфө» футбол клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Сергей Семак етәкселегендә «Өфө» уйынсылары Korantina Homes Cup 2017 коммерция турнирында еңде. Футболсылар Кипрҙа урындағы клуб менән өс уйын үткәрҙе һәм өс көндә 25 мең евро эшләне.
Хәл иткес алышта «өфөләр» «Пафос» менән осрашты. Кубокты яулау өсөн Башҡортостан клубына еңеү генә кәрәк ине: турнир регламенты буйынса тигеҙ мәрәй осрағында иң яҡшы туп айырмаһы менән команда еңеүсе була. Был күрһәткестә Кипр коллективы өҫтөнлөклө ине.
Һөҙөмтәлә «өфөләр» «Пафос» футбол клубы ҡапҡаһына өс яуапһыҙ туп индерҙе. Голдарҙы үҙ иҫәбенә Дмитрий Сысуев, Исламнур Абдулавов һәм Веролюб Салатич яҙҙы.
Өфөгә Пермьер-лига футболсылары ошо көндәрҙә ҡайтты һәм Рәсәй чемпионатының 17-се турына әҙерләнә башланы. 19 ноябрҙә «Өфө» үҙ майҙанында Екатеринбургтың «Урал»ы менән осраша. Уйынға инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика