07:21 (UTC+5), 13 Ноября 2017

Өфөлә ҡаланың шашка федерацияһы рәйесен һайланылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө ҡалаһы шашка федерацияһының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Унда делегаттар — район хакимиәттәре, шашканы үҫтергән спорт һәм белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Йыйылышта Бөтә донъя Шашка федерацияһының генераль секретары Юрий Черток рәйеслек итте.
Конференцияның көн тәртибенә ярашлы, йыллыҡ эшкә баһа бирелде, шулай уҡ ҡала федерацияһының башҡарма комитеты һәм рәйес һайланды.
Өфө ҡалаһы шашка федерацияһының яңы рәйесе итеп бер тауыштан Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Әхмәтйәнова һайланды. Уҡыу йорто күп йылдар үҙенең шашка мәктәбе менән дан тота, гимназияла ундан ашыу Өфө, Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәй йәштәр йыйылмалары ағзаһы белем ала. Гимназия командаһы ике йыл рәттән мәктәп командалары араһында «Чудо-шашки» Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Шашка федерацияһынан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика