Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ноябрь 2017, 12:49

Төбәктең йәш көрәшселәре «Еңелмәҫ держава» көрәш сәнғәте спартакиадаһы наградаларын яуланы

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Волга буйы федераль округының төрлө ҡалаларынан 150 йәш көрәшсе Тольяттиҙа «Еңелмәҫ держава» көрәш сәнғәте спартакиадаһында ҡатнашты. Бәләбәйҙең спортсылар командаһы Башҡортостанға бер нисә награда менән ҡайтты.
Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, «Чемпион» спорт комплексы тәрбиәләнеүселәре грек-рим көрәше буйынса төрлө миҙалдар яуланы.
Чемпион исеменә Илһам Ҡаһиров лайыҡ булды, Арыҫлан Әғләметдинов бронза миҙал алды, Әмир Занаминов пьедесталға аҙ ғына етмәне.
Читайте нас: