08:50 (UTC+5), 10 Ноября 2017

Төбәк уҡыусылары «Артек» лагерынан ГТО айырмалыҡ билдәләре менән ҡайтты

Хәрби-спорт фонды
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 6 ноябрҙә «Артек» халыҡ-ара балалар лагерында «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының Йәйге фестивален ябыу сараһы үтте. Ярыштарҙа илдең 85 төбәгенән 660 уҡыусы, шул иҫәптән Башҡортостандан балалар ҡатнашты.
Һигеҙ уҡыусы тыуған төйәгенә ГТО айырмалыҡ билдәләре менән ҡайтты.
«Төркөмдө «Өфө» аэропортында Хәрби-спорт фонды вәкилдәре ҡаршы алды. Балалар туғандарына һәм яҡындарына айырмалыҡ, сифат билдәһе сертификаттарын күрһәтте», — тип һөйләнеләр Хәрби-спорт флотында.
Уҡыусылар 60, 1500 (2000) метрға йүгереү, пневматик мылтыҡтан атыу, көс гимнастикаһы, туп ырғытыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, арҡала ятып тәнде күтәреү, йөҙөү, гимнастика эскәмйәһендә тура аяҡтар менән тороп алға эйелеү кеүек һынауҙарҙы үтте.
Шәхси һәм команда зачетында йомғаҡ яһалды.
Был фестиваль бөтә төбәктәрҙе лә берләштерә алды. Ошо сарала төп ролдәрҙең береһе – иң һәләтле йәштәрҙе йыйған үҙе «Артек» лагерында. Хәҙер ижадтағы, мәғарифтағы, мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар тураһында ғына түгел, спорттағы һөҙөмтәләр хаҡында ла һөйләй алабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Думаһы депутаты Светлана Журова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика