13:31 (UTC+5), 10 Ноябрь 2017

Республика спортсылары тхэквондо буйынса Рәсәй кубогында 11 миҙал яуланы

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Волгоградта ГТФ тхэквондо буйынса Рәсәй кубогы өсөн көрәшергә илдең 30 төбәгенән 700-ҙән ашыу спортсы йыйылды. Башҡортостан командаһы төрлө дәрәжәлә 11 миҙал алып ҡайтты.
«Хөрмәт баҫҡысында урындарҙы Эвелина Сәмиғуллина («алтын» һәм «көмөш»), Матвей Михайлов («көмөш»), Вадим Иванов (өсөнсө урын), Ильвина Исламова («алтын», «көмөш» һәм «бронза»), Руслан Ситдиҡов (ике «алтын»), Камилла Сәмиғуллина («алтын» һәм «көмөш») биләне», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы тхэквондо буйынса республика чемпионатын һәм беренселеген ҡабул итә, унан һуң тренерҙар бөтә Рәсәй яраштарында ҡатнашыу өсөн республика йыйылмаһын туплай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика