05:20 (UTC+5), 07 Ноябрь 2017

Өфө егете тхэквондо буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе булды

Өфө хакимиәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө спортсыһы, «Өфөлө» олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дали Ишберҙин 15-17 йәштәге үҫмерҙәр араһында ВТФ тхэквондо буйынса Европа беренселегендә иң яҡшыһы булды. Ларнакта 78 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында яҡташыбыҙ илебеҙ йыйылмаһына тәүге алтын миҙалды яуланы.
Ул Украинанан, Грециянан, Испаниянан һәм Молдавиянан биш көслө ярышташын еңеп сыҡты, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.
Бынан тыш, Рәсәй спортсылары тағы ла алты миҙал: Дмитрий Шишко һәм Дмитрий Евтухов көмөш, Валерий Шиманов, Павел Цыганков, Валерий Гурченко һәм Яна Яркова бронза яуланы.
Алыштар дүрт көн дауамында «KITION Athletic Centre» атлетика үҙәгендә уҙа. Тәүге көндө 42, 52 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында ҡыҙҙар һәм 45, 59, 78 килограмғаса егеттәр араһында наградалар уйнатылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика