03:00 (UTC+5), 03 Ноябрь 2017

Өфөнөң «Урал» волейбол клубы «Ярославич» менән уйынға яңы формала сыға – фото

«Урал» волейбол клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2 ноябрҙә «Урал» волейболсылары яңы формалары менән таныштырҙы. Улар был кейемдә «Ярославич» менән уйынға сыға. Өфөләрҙең яңы амуницияһында төп элемент – милли башҡорт яугирҙары кейемендәге һыбайлының уҡтан атыуы. «Урал» волейбол клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңыртылған экипировканы эшләүгә клуб етәкселеген «Урал батыр» эпосы илһамландырған.
«Был миҙгелдән «Урал» волейбол клубы ғаиләһенә ингән бөтә командаларыбыҙҙы ла ошо эпосҡа яҡынайтырға теләнек. Суперлига клубы символикаһында Аҡбуҙатҡа атланып, уҡтан яман көскә атыусы Урал батыр барлыҡ килде», — тип аңлатты үҙгәрештәрҙе клуб президенты Марат Мәрҙәнов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө клубы волейболсылары дүрт миҙгел рәттән иҫке формала уйнаны. Әлеге ваҡытта «Урал» турнир таблицаһында бишенсе урында тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика