Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
+0.69
94.51
+0.26
60.47
+0.65
-14 °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2017, 12:28
Өфө спортсыһы ирекле көрәш буйынса халыҡ-ара турнирҙа бронза миҙал алды
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Абдулла Әхмәдов сираттағы награда яуланы. Нефтеюганскиҙа спортсы XIV халыҡ-ара ирекле көрәш буйынса турнирҙа пьдесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
«Ярыштарҙа Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 250 спортсы ҡатнашты», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бронза миҙалды Абдулла Әхмәдов Төньяҡ Осетия көрәшсеһе Эльбрус Болтаев менән алышта яуланы.
Теги:
ирекле көрәш
абдулла әхмәдов
Читайте нас