06:30 (UTC+5), 02 Ноябрь 2017

Башҡорт спортсыһы Наил Ҡыямов парашют акробатикаһы буйынса донъя рекордсыһы булды

Башҡортостан тПарашют спорты федерацияһы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан Парашют спорты федерацияһы өсөн 2017 йылдың йәйге һикереү миҙгеле һөҙөмтәле үтте. республика чемпиондары яңы өс рекордсылар менән тулыланды – ул Наил Ҡыямов, Виталий Ғиниәтов һәм Эдуард Мулаев.
«Август айында Башҡортостан спортсылары милли йыйылмала Рәсәй, Европа һәм донъя рекордсылары булды. Октябрь айында республика вәкиле Наил Ҡыямов төркөмдә парашют акробатикаһы – 219 кеше һәм ике тапҡыр икенсе төрлө теҙелеү, шулай уҡ 217 кеше һәм өс тапҡыр икенселәй теҙелеү буйынса рекорд ҡуйыуҙа ҡатнашты», — тип хәбәр ителә Башҡортостан Парашют спорты федерацияһының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә.
Федерацияның мәғлүмәттәре буйынса, киләһе йылға спортсыларға амбициялы бурыс ҡуйылған: Рәсәй милли йыйылмаһының көсө менән генә яңы рекорд ҡуйырға – 222 кеше һәм ике тапҡыр икенселәй теҙелеү.
Бынан тыш, тәжрибәле спортсылар менән берлектә йәштәр менән эш башланған – 15 һәм 20 кешелек ҙур формация класында Башҡортостан рекордын ҡуйыу бурысы билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика