04:40 (UTC+5), 01 Ноября 2017

Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә йәш тау саңғысыларына булышлыҡ итергә йөкләмә бирҙе

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд спорт мәктәбендә эшләүсе тау саңғыһы спорты буйынса тренер-уҡытыусы, Өфөнән Сергей Тищенко менән йәш спортсыларҙы ярыштарға әҙерләүҙе финанслау мөмкинлеген тикшерҙе.
Республика Башлығының йөкләмәһе буйынса, уҡытыусы үҙаллы эшләгән «Башҡортостандың йәш таланттары» программаһы сиктәрендә перспективалы йәш спортсылар һәм уҡытыусылар составын әҙерләүҙе ойошторған. Шул рәүешле, тау саңғысыларының күбеһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә лә инде һәм юғары спорт потенциалына эйә.
- Ярыштарҙа Мәскәү тренерҙары йәштәребеҙгә иғтибар итә, ата-әсәләр менән һөйләшеп, спортсыларҙы үҙҙәренең ҡул аҫтына алырға тырыша, – тип һөйләне Сергей Тищенко һәм республика яғынан тейешле иғтибар булмағанда перспективалы спортсыларҙың Башҡортостандан китәсәген билдәләне.
Төбәк Башлығы фекеренсә, тау саңғыһы йүнәлеше – спортты, туризмды һәм әүҙем ялды үҫтереү йәһәтенән төбәк өсөн иң мөһимдәренең береһе. Башҡортостандың тәбиғәт-климат шарттарын иҫәпкә алыу менән тармаҡ үҫеше ҙур һәм системалы булырға тейеш. Һүҙ спортсылар әҙерләү тураһында ғына түгел, ә халыҡ-ара кимәлдәге комплекстар һәм күнекмә майҙансыҡтары, заманса инфраструктура төҙөү хаҡында бара.
- Беҙгә хәҙер уңышлы йәштәр төркөмөн, буласаҡ чемпиондарыбыҙҙы әҙерлекһеҙ ҡалдырмау, шул иҫәптән күнекмә базаларына сығыуҙан мәхрүм итмәү өсөн киләһе йәйге ресурстар табыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә кәрәкле ярҙам бүлеү мөмкинлеген ҡарарға йөкләмә бирҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика