02:34 (UTC+5), 31 Октября 2017

«Өфө» үҙ майҙанында Ҡазандың «Рубин»ын отто

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Өфө» — «Рубин» матчы һауаға шарҙар осороуҙан башланды. Әммә арбитр уйын башланыуы хаҡында иҫкәртеп сигнал биргәндән һуң ике минут үткәс тә хужалар туп үткәреп ебәрҙе. Ҡазан командаһы ветераны Гекдениз Карадениз Беленовтың ҡапҡаһына юл һалды – 0:1. «Өфөләр» инициативаны ҡунаҡтарға бирергә теләмәне «Рубин» ҡапҡаһы алдында бер нисә хәүефле момент ойошторҙо. Ләкин туптың бер нисек тә Рыжиковты уҙып китәһе килмәне. Беренсе тайм аҙағына тиклем 10 минут ҡалғас «өфөләр» бөтә көстәрен туплап гол индерҙе. Дмитрий Стоцкийҙы туптың авторы тип иғлан иттеләр.
Икенсе тайм ҡыҙығыраҡ булды. «Өфөләр» ҡазандарҙ үҙ майҙанына индермәй, ярышташтарын ҡыҫты. Осрашыу аҙағына Живоглядов аҡһай башланы. «Өфө»нөң баш тренеры Сергей Семак уны Засеевҡа алмаштырҙы. Хужаларҙың ҡыҫыуы дауам итте һәм һөҙөмтәлә «Рубин»дың ҡапҡаһына икенсе гол индерелде. Уны Ондржей Ванек үткәрҙе – 2:1.
«Беҙҙең өсөн уйын насар башланды. Футбол аҙ, көрәш күп булды. Характерҙарын күрһәтеп, ихтыярлы еңеү яулағандары өсөн шатмын», — тип уйынға аңлатма бирҙе Сергей Семак.
Мәскәүгә «Спартак» менән уйынға «өфөләр» еңеү менән бара, РФПЛ турнир таблицаһында етенсе баҫҡысҡа күтәрелеп.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика