05:00 (UTC+5), 31 Октября 2017

Баш ҡалала конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса республика беренселеге еңеүселәрен иғлан иттеләр

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә 2000 йылда тыуған егеттәр һәм ҡыҙҙар һәм уларҙан кесерәктәр Башҡортостан беренселеге миҙалдары һәм бүләктәре өсөн көс һынашты. Ярыштарҙа республика вәкилдәре генә түгел, күрше Ырымбур өлкәһенән дә ҡатнаштылар.
«Абруйлы судьялар корпусы хөкөмөнә спортсылар ҡыҫҡа һәм ирекле программалар тәҡдим итте», — тип һөйләнеләр республиканың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Икенсе спорт разрядында Өфө ҡыҙы Арина Бабюк – «бронза», Мария Латкова – «көмөш», Софья Воронцова «алтын» яуланы. Ир-егеттәр араһында Өфө спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Йосоп Абдуляпаров хөрмәт даны баҫҡысына күтәрелде.
Беренсе разрядта иң яҡшылар: Алина Ихсанова, Екатерина Зайнагова, Екатерина Жигалова. Спорт мастерҙары араһында Оксана Кандакова, Элина Музипова, Викторий Родько һәм Дмитрий Казанцев иң яҡшылар булды.
Беренселек һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йыйылмаһына Софья Воронцова, Екатерина Зайнагова, Оксана Кандакова һәм Дмитрий Казанцев инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика