11:07 (UTC+5), 25 Октября 2017

«Формула-1» уҙышсыһы Даниил Квят карьераһын тамамлай – киң мәғлүмәт саралары

Виктория Гаврилова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 23 йәшлек Өфө егете һәм «Формула-1»ҙә Рәсәйҙән берҙән-бер вәкил миҙгел аҙағына тиклем трассаға кире ҡайтмаясаҡ. Даниил Квят сығыш яһаған «Торо Россо» командаһында илебеҙ спортсыһының кире ҡайтыу мөмкинлеген ҡарамайҙар. Шулай тип белдерҙе Red Bull советнигы Хельмут Марко.
«Беҙ яҡын киләсәктә Даниил Квятты үҙебеҙҙең командала күрмәйбеҙ. Миҙгел аҙағына тиклем Пьер Гасли һәм Брендон Хартли ҡатнаша, һуңынан ҡарарбыҙ», — тип Марконың һүҙҙәрен килтерә autobild.de.
«Король уҙыштары» белгестәре быны Даниил Квяттың уҙыш карьераһының тамамланыуы тип иҫәпләй. Бынан алда «Торо Россо»ла Рәсәй уҙышсыһының һәйбәт сығыш яһамауы тураһында белдергәйнеләр.
Уҙған аҙнала Даниил Квят АҠШ Гран-прийына сығыш яһаны: Өфө егете финишҡа 10-сы булып килде. «Формулы-1»ҙең ағымдағы миҙгеле тамамланыуға тиклем тағы өс заезд ҡалды: Мексика, Бразилия һәм Абу-даби Грани-прийы. Әле Квят бөтә уҙышсылар араһында 19-сы баҫҡысты биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика