Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2017, 13:52

Башҡортостанға боҙҙа фигуралы шыуыу оҫтаһы Ирина Слуцкая килә

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шаршамбы, 25 октябрҙә, Өфөгә фигуралы шыуыу буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Солт-Лейк-Сити һәм Туринда үткән Олимпиадаларҙың көмөш һәм бронза призеры Ирина Слуцкая килә. Билдәле спортсы «Диабетты еңергә мөмкин. Дәүләттең, йәмғиәттең һәм кешенең яуаплылығы» киңәйтелгән ултырышында ҡатнашырға ниәтләй.
«Ултырышта профилле министрлыҡ һәм ведомстволарҙың вәкилдәре лә ҡатнаша, диабет менән сирләгән балалар һәм спортсылар өсөн скандинавса йөрөү, фигуралы шыуыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Танылған спортсы Ирина Слуцкая Башҡортостандың баш ҡалаһына тәүгә килмәй. Сентябрҙә ул Өфөлә уҙған «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» форумында ҡатнашты.
Читайте нас: