Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.45
-0.25
91.48
+0.27
61.67
+0.18
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Октябрь 2017, 07:25

Башҡортостан пауэрлифтерҙары Испаниянан Европа чемпиондары булып ҡайтты

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Испанияла пауэрлифтинг (ятып штанга күтәреү) буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостан вәкилдәре – Өфөнөң 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Ян Урусов һәм Салауаттан Егор Савельев сығыш яһаны.
66 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Урусов алтын миҙал яуланы. Лайыҡлы еңеүҙән тыш, ул яңы Европа рекордын ҡуйҙы – үҙенең ауырлыҡ категорияһында 242,5 килограмм.
Егор Савельев 105 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында чемпион титулына лайыҡ булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас