05:14 (UTC+5), 10 Октября 2017

«Салауат Юлаев» хоккей клубында яңы һөжүм итеүсе

spartak.ru
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы һәм Мәскәүҙең «Спартак» клубы хоккейсылар менән алмашынды. Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһына 22 йәшлек үҙәк һөжүм итеүсе Степан Хрипунов күсә. «Юлаевсыларҙың» йәшел формаһын 20 йәшлек Владимир Бобылев кейә. Ошо хаҡта «Салауат Юлаев» клубының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Владимир Бобылев Липецкиҙа тыуған. Профессиональ хоккейсы карьераһын Мытищенең «Атлант»ында башлай, һуңынан океан аръяғына Көнбайыш хоккей лигаһында «Ванкувер» өсөн сығыш яһарға юллана. Ике миҙгелдән һуң «Виктория» клубы өсөн уйнай, былтыр «спартаксылар» рәтенә баҫа.
Бер йыл элек «Торонто Мэйпл Лифс» милли йәштәр хоккей лигаһы командаһы Бобылевты драфта бишенсе раундта 122-се дөйөм һаны аҫтында һайланы.
9 октябрҙә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ике яҡтың килешеүе буйынса 34 йәшлек Денис Куляш менән килешеүҙе өҙөүе хаҡында иғлан итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика