08:42 (UTC+5), 09 Октябрь 2017

«Салауат Юлаев» командаһы «Себер»ҙе еңеп, еңелеүҙәр серияһын бүлде

Валерий Шахов
Валерий Шахов
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Салауат» менән «Себер»ҙең йәкшәмбе осрашыуы тыныс башланды. Тик беренсе осорҙоң уртаһына ғына боҙ хужалары Захар Арзамасцевтың шайба менән идара итмәгән уйынсыға һөжүм итеүе сәбәпле ваҡытлыса бер уйынсыһыҙ ҡалды. Ҡунаҡтар был мөмкинлек менән файҙалана алманы. Ә бына «юлаевсылар» күпселек менән уңышлы файҙаланды. Энвер Лисин үҙенең «копилкаһына» бер мәрәй һалды. Осор һуңында «себерҙәр» өсәүләп кенә ҡалды. «Салауат Юлаев»тың яңы капитаны шунда уҡ ярышташын уҡытты – 2:0.
Икенсе егерме минут «Салауат» өсөн күпселектә башланды, әммә «Өфө-Арена» индерелгән шайбаны күрмәне. Тик осорҙоң уртаһына Антон Лазарев өсөнсөгә «Себер» ҡапҡасаһы Александр Салактың кәйефен боҙҙо. Вип- трибунан көйәрмәндәр менән бергәләр һөжүм итеүсенең ҡатыны Виктория шатланды.
«Йәшел сектор» швед Линус Умарктың туғандары менән бергә «Катюша»ны йырлап, «юлаевсыларҙы» алға өндәне. «Себерҙәр» хәлде нисектер үҙгәртергә маташты, әммә бер нимә лә килеп сыҡманы. Таҡтала һуңғы иҫәп – 3:0. Өфө командаһының Канада ҡапҡасыһы Бен Скривенс үҙенә икенсе «ҡоро» иҫәпте яҙҙы.
«Салауат Юлаев» сираттағы уйындарға юллана.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика