12:24 (UTC+5), 09 Октябрь 2017

Өфөлә скандинавса йөрөү буйынса ярыштың иң өлкән ҡатнашыусыһына 82 йәш тулды

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Скандинавса йөрөүҙә иң көслөнө билдәләү өсөн Урмансылар паркына 80-дән ашыу кеше сыҡты. Ошо спорт төрө буйынса ярыш Өфөлә бишенсе тапҡыр уҙҙы. Унда өфөләр ҙә, баш ҡала ҡунаҡтары ла — Балаҡатай, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Ярышта ир-егеттәргә — 4000, ҡатын-ҡыҙҙарға иһә 3000 метрлыҡ араны үтергә кәрәк ине. «60-69 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар» категорияһында Марина Шишкина иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Йәштәш ир-егеттәр араһында беренсе урынды Рәүил Әвисов алды. Ярыштың иң өлкән ҡатнашыусыһы Ирина Никифироваға 82 йәш тулды, иң йәше Георгий Попов ни бары алты йәштә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Һәммәһе лә билдәләнгән араны үтте. Был көндә еңелеүселәр булманы, иң мөһиме — ҡатнашыу һәм яҡшы кәйеф ине. Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар, дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
«Скандинавса атларға һәр кемдең көсөнән килә. Был саф һауала йөрөү генә түгел, һаулыҡты нығытыу ысулы ла», — тип билдәләй ойоштороусылар.
Сара Совет районының спорт комитеты, ҡаланың физик культура һәм спорт идаралығы булышлығында үткәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика