02:27 (UTC+5), 04 Октября 2017

Өфө «Ағиҙеле»нән өс хоккейсыны Рәсәй йыйылмаһына саҡырҙылар

«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Ағиҙел» хоккей клубы һаҡсыһы Анна Шибанова һәм ике һөжүм итеүсе Элина Митрофанова һәм Ольга Сосина хоккей буйынса Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһына саҡырылды. Ҡыҙҙар япондар менән дуҫтарса осрашыуға әҙерләнә. Был осрашыуҙар 8-9 октябрҙә үҙебеҙҙә үтә. Һуңынан хоккейсылар Америка Ҡушма Штаттарына юлланасаҡ, унда ғәҙәттәгесә Милли хоккей лигаһының ҡатын-ҡыҙҙар командалары менән уйындар уҙасаҡ.
«Алексей Чистяковтың тәрбиәләнеүселәре океан артында «Нью-Йорк Риветерс» (13 һәм 22 октябрь), «Коннектикут Уэйл» (15 һәм 17 октябрь), «Бостона» (18 һәм 21 октябрь) ҡыҙҙары менән уйнаясаҡ», — тиелә «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында.
«Ағиҙел» хоккейсылары шулай уҡ Рәсәй йәштәр йыйылмаһының төҫтәрен «Өс милләт турниры»нда яҡлаясаҡ. Германияға һаҡсы Елена Федорова һәм һөжүм итеүселәр Алена Зубкова, Полина Мордасова барасаҡ. Улар менән бергә Европа ярыштарында ил исеменән сығыш яһау мөмкинлеге Мария Тюганкинаға ла тейҙе. Әммә Өфө ҡыҙы йәрәхәт алды һәм әлегә өйҙә аяҡҡа баҫа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика