10:27 (UTC+5), 03 Октября 2017

Тимур Сафин Сочиҙа Бөтә Рәсәй спорт ярыштарында алтын миҙал яуланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөләге фехтование мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Рио-де-Жанейролағы Олимпиаданың бронза призеры Тимур Сафин яңы үрҙәр яулай. 30 сентябрҙә ул Сочиҙа Бөтә Рәсәй спорт ярыштарында дәғүәсеһен 15:14 иҫәбе менән еңеп, алтын миҙалға лайыҡ булды. Әйткәндәй, финалда олимпия уйындарында ҡатнашыусы менән уның яҡташы һәм аҙашы Тимур Арыҫланов көс һынашты. Икенсе яҡташыбыҙ иһә көмөш миҙал яуланы.
Башҡортостандан тағы бер спортсы Искәндәр Әхмәтов та ярымфиналға тиклем барып етте, ул турнирҙы дүртенсе урында тамамланы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фехтование федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡыҙҙар араһында еңеүселәр рәтендә Башҡортостан спортсылары ла бар. 27 йәшлек Анастасия Иванова көмөш миҙал менән бүләкләнде. Аделина Заһиҙуллина Курск спортсыһы Юлия Бирюкова менән өсөнсө урынды бүлеште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика