05:36 (UTC+5), 03 Октября 2017

Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенкоға Рәсәй Хөкүмәте рәхмәт белдерҙе

mir-la.com сайтынан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2017 йылда Лондонда донъя чемпионатында сығыш яһаған өсөн Рәсәйҙең бер төркөм еңел атлетсыларына рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында. Улар иҫәбендә бейеклеккә һикереүсе Мария Ласицкене, оҙонлоҡҡа һикереүсе Дарья Клишина. Шулай уҡ Лондондағы турнирҙа юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн йәйәү йөрөүсе Сергей Широбоковҡа, йүгереүсе Сергей Шубенковҡа, сүкеш ырғытыусы Валерий Прокинға һәм башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе, бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенкоға рәхмәт һүҙҙәре белдерелде.
Лондонда донъя чемпионаты 4-13 августа үтте. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһын ситләтеү сәбәпле Рәсәй спортсылары ярыштарҙа нейтраль статус аҫтында сығыш яһаны һәм бер алтын, биш көмөш миҙал яуланы. Ласицкене – донъя чемпионы, Клишина, Широбоков, Шубенков, Лысенко һәм Пронкин көмөш призерҙар булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика