07:59 (UTC+5), 02 Октября 2017

«Салауат Юлаев» хоккей клубы үҙ боҙонда сираттағы уйындарын башлай

Дмитрий Слезин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Тренер Анатолий Емелин Өфөгә яңы команда менән ҡайта. Хәҙер Ханты-Манси хоккейсылары Башҡортостандың баш ҡалаһынан килгән белгес етәкселегендә шөғөлләнә. Бөгөн, 2 октябрҙә, улар урындағы «Салауат Юлаев» командаһы менән осраша.
Континеталь хоккей лигаһының даими чемпионатында 15 осрашыуҙан һуң «юлаевсылар» 26 мәрәй йыйҙы. «Югра» үҙгәрештәр кисерә: Ханты-Манси дружинаһының бер-бер артлы еңелеүенән һуң Игорь Захаркиндың отставкаға китеүе һәм клубҡа Анатолий Емелиндың тәғәйенләнеүе. Бөгөн Өфө дружинаһының ҡунаҡтары — көнсығыш конференцияның аутсайдерҙары. «Югра» таблицала 13-сө урынды биләй.
Эркка Вестерлунд тәрбиәләнеүселәре төрлөсә уйнай: Магнитогорскиҙағы еңеү һәм «Автомобилист», «Трактор» командаларынан еңелеү «Салауат»ты уйындың системаһын анализларға мәжбүр итте. Шуға ҡарамаҫтан, эксперттар һәм букмекерҙар боҙ хужаларының еңәсәгенә өмөт бағлай.
«Салауат Юлаев» — «Югра» уйыны Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Билеттар бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика