14:45 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Өфө FIFA донъя чемпионаты кубогын тантаналы рәүештә ҡаршы алды

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Футбол буйынса донъя беренселеге трофейының ил буйлап сәфәре дауам итә. Өфө — илдең FIFA донъя чемпионаты кубогын ҡаршы алған дүртенсе ҡалаһы. Баш ҡалабыҙҙа уны 1 октябргә тиклем барып ҡарарға мөмкин.
Кубокты ҡаршы алыу тантанаһы Салауат Юлаев майҙанында ойошторолдо.
«Был 6 килограмм 175 грамлыҡ саф алтын. Трофейға дәүләт башлыҡтары һәм еңеүселәр генә ҡағыла ала», — тип аңлатты кубоктың ил буйлап турын ойоштороусылар.
123 көн эсендә трофей 27 меңдән ашыу саҡрым юл үтәсәк. Өфөлә FIFA донъя чемпионаты кубогын теләгән һәр кемгә барып ҡарарға була.
«Бөгөн беҙҙә футбол буйынса донъя чемпионаты туры барышында күркәм ваҡиға. Ошо кубок янында торғанда ҙур тулҡынланыу кисерәһең, сөнки бер йылдан был трофей еңеүсе команданың капитаны ҡулында буласаҡ, — тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Беҙ үҙебеҙҙең команда өсөн янып-көйәбеҙ. Республикабыҙҙа футбол яйлап үҫешә. Беҙ «Өфө» клубының һөҙөмтәләрен күрәбеҙ».
Һәр кем легендар трофей менән фотоға төшә ала. Ул баш ҡалала йәшәүселәрҙе «Мега» сауҙа үҙәгендәге махсус сатырҙа көтә. Адресы: Рубежная урамы, 174. Кубокты ҡарау сайтта теркәлеү аша сират тәртибендә ойошторола.
Өфөнән һуң футбол трофейы Пермгә юллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика