03:59 (UTC+5), 21 Сентября 2017

Республика вәкилдәре халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында Рәсәй йыйылмаһы өсөн алтын һәм бронза яуланы

«Башнефть» ойошмаһы профессиональ шашка клубының матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Литваның Вильнюс ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа команда чемпионаты бара, унда Рәсәй йыйылмаһы тулыһынса Башҡортостан вәкилдәренән – «Башнефть» профессиональ клубы спортсыларынан төҙөлгән. Ир-егеттәр өсөн беренсе таҡтала – Александр Георгиев, икенселә – Айнур Шәйбәков һәм өсөнсөлә Муродулло Амриллаев сығыш яһай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа – команда капитаны Айгөл Иҙрисова һәм икенсе таҡтала Әлиә Әминова. Уҙған көндәрҙә тиҙ программа – рапидала миҙалдар отолдо. Рәсәйҙең ир-егеттәр йыйылмаһында алтын, ҡатын-ҡыҙҙарҙа – бронза. Бик яҡшы команда тактикаһы ир-егеттәргә алтын килтерҙе: Муродулло Амриллаев өсөнсө таҡтала уйнаны һәм командаға «алтын» мәрәйҙәр килтерҙе. Һөҙөмтәлә ете партияла уның 14 мөмкин мәрәйҙән 13 – алты еңеү һәм бер тигеҙ иҫәп.
Ярыштар 23 сентябргә ҡәҙәр дауам итә, был көндө классик программала еңеүселәр билдәләнәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башнефть» ойошмаһы профессиональ шашка клубының матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика