10:30 (UTC+5), 20 Сентябрь 2017

Вил Ғабдуллин Рәсәйҙә хәрби сәнғәт буйынса берҙән-бер 36 тапҡыр донъя чемпионы булды

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Италияның курорт ҡалаһында Bellaria-lgea Marina-Rimini-lTALY спорт комплексында Touchsparring W.A.S.C.O. хәрби сәнғәт буйынса 11-се донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Чемпионатта Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостан спортсыһы Вил Ғабдуллин ҡатнашты. W.A.S.C.O. президенты Гранд-мастер 9 Дан Джани Царрицу чемпионатты асыу тантанаһында Вил Ғабдуллинға Италия Һәм Рәсәй халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу, донъяла хәрби сәнғәтте популярлаштырыу һәм пропагандалау өсөн иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Вил Ғабдуллин донъя чемпионатында бик яҡшы сығыш яһаны, алтын миҙал яуланы һәм Рәсәйҙә хәрби сәнғәт буйынса берҙән-бер 36 тапҡыр донъя чемпионы булды. Донъя чемпионатында 15 илдән 350-нән ашыу спортсы ҡатнашты, ул тачспаринг, каратэ, теквондо, кунг-фу һәм предметтарҙы ватыу кеүек бүлектәрҙә уҙҙы. Бөтә судьялар ҙа ҡорал (нунчаки, метрлы таяҡ) менән чемпион сығышын юғары баһаланы. Мурманск, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Өфө спортсыларынан торған Рәсәй йыйылмаһы чемпионатта уңышлы сығыш яһаны, 25 миҙал яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика