10:36 (UTC+5), 20 Сентябрь 2017

Үҙенсәлекле трофей Өфөлә — баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә ала. Үҙенсәлекле трофейҙы Өфөгә дүшәмбе, 25 сентябрҙә, килтерәләр. Бындай сара 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан тәүгә ойошторола.
Кубокты сәләмләү тантанаһы 27 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында үтә.
29 һәм 30 сентябрҙә, шулай уҡ 1 октябрҙә теләгән һәр кем FIFA футбол буйынса донъя чемпионаты кубогын күрә һәм «МЕГА» сауҙа үҙәгендә легендар трофей менән фотоға төшә ала. Адресы: Рубежная урамы, 174. Сатырға сиратҡа тороп йәки махсус бушлай саҡырыу ҡағыҙҙары менән инергә мөмкин, уларҙы ҡаланың билдәле бер урындарында алып, проекттың сайтында теркәргә кәрәк (саҡырыуҙар таратылған урындарҙың исемлеге лә сайтта бирелгән).
Сара барышында махсус әҙерләнгән күңел асыу программаһында ҡатнашырға мөмкин.
Бынан тыш, Өфөлә рәсми кубокты билдәле футболсы Сергей Семак етәкселегендә «Өфө» футбол клубының спорт мәктәбенә, терәк-хәрәкәт итеү аппараты зарарланған балалар өсөн 13-сө махсус дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына, шулай уҡ 16-сы гимназияға — күп функциялы спорт комплексы менән йыһазландырылған мәктәпкә алып барыу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика