03:30 (UTC+5), 18 Сентября 2017

Өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонының еңеүселәре билдәле булды

Башҡортостан юлдаш телевилениеһы видеоһынан скрин
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәҫлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кисә баш ҡалала уҙған өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонының еңеүселәре билдәле булды. 42,2 саҡрым оҙонлоҡта марафон аралығын 2 сәғәт 24 минут һәм 11 секундта йүгереп уҙған Стәрлетамаҡтан Арсель Фәсхетдинов сираттағы спорт сараһында алтын призер булды. Вице-чемпион – Ырымбурҙан Алексей Ширшов, ул көмөш миҙал яуланы.
«Дүртенсе түңәрәк башланғас ярышташымды уҙып китә алдым. Еңәсәгемә ышана инем, ныҡ шөғөлләндем», — тип һөйләне Арсель Фәсхетдинов. Бронза миҙал Ырымбур өлкәһенең Түлгән ҡасабаһынан килгән Марат Әбүбәкировта, уның ваҡыты – 2 сәғәт 30 минут та 50 секунд. «Локомотив» спорт клубы вәкиле, Пермдән тәүге ун спорт алдынғыһы еңеүсеһе Ольга Дедова өсөнсө Өфө халыҡ-ара марафонында тағы ла бер мөһим кеше булды. Йүгереүсе 42,2 саҡрым араны 2 сәғәт 40 минут та 22 секундта үтте. Шул рәүешле, алдағы Өфө халыҡ-ара марафоны трассаһының рекорды еңелде. Йүгереүсе ҡыҙ ир-егеттәр араһында дөйөм зачетта шулай уҡ 5-се урын яуланы. Былтыр ул һигеҙенсе ине, ә 2016 йылғы марафонда Свердловск өлкәһенән Алексей Никоноров һәм Максим Никольников еңеүселәр булды.
«Мин һөҙөмтә өсөн ныҡ әҙерләндем, ә еңеү ул өҫтәмә бүләк кенә. Бындағы трасса миңә бик оҡшаны, былтыр ошонда ярым марафонда еңдем. Шәхси һөҙөмтә өсөн йәнә килермен тип уйлай инем. Минең өсөн еңеү ҙур мәғәнәгә эйә», — тип һөйләне Ольга Дедова Башҡортостан юлдаш телевидениеһына.
Быйыл Өфө халыҡ-ара марафоны өсөнсөгә уҙҙы. Йүгерергә тип донъяның 15 иленән һәм 180 ҡаланан 5000-дән ашыу спортсы сыҡты. Кроссылар Өфө ҡалаһының тарихи урындары буйлап йүгерҙе. Дистанция баш ҡаланың төп иҫтәлекле урындары: Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, «Ете ҡыҙ» фонтаны, «Өфө-Арена» боҙ һарайы һәм Мостай Кәрим һәйкәле янынан уҙҙы.
«42,2 саҡрым аралыҡҡа – 350 кеше, ярым марафонға – 650-ләгән йүгерек, 10 саҡрымға – 1000 кеше һәм 3 саҡрымды үтергә тип 3000 кеше сыҡты», — тип билдәләне марафон директоры Владислав Литвинчук.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика