02:25 (UTC+5), 18 Сентябрь 2017

Өфө егете Иса Исаев дзюдо буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостан спортсыһы, Өфө ҡалаһының 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Иса Исаев дзюдо буйынса Рәсәй чемпионы булды. Өфө егете 66 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны һәм финалдағы алышта Ставрополье вәкилен еңде, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
16 сентябрҙә Нальчик ҡалаһында (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты башланды. Ярышҡа бөтә Рәсәйҙән 900-ҙән ашыу спортсы йыйылды.
Башҡортостандан бәйгелә Өфөнөң 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Иса Исаев, Арам Арутюнян, Аслан Ахмаев һәм Әлим Шагенов сығыш яһаны. Уларҙың остаздары Олег Назаров һәм Денис Буяк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика