11:49 (UTC+5), 18 Сентябрь 2017

Башҡортостанда йәшәүселәр Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушыла ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 30 сентябрҙән 1 октябргә тиклем илдең 50 төбәгендә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарыла, тип хәбәр итә RussiaRunning. «Урамға сыҡ һәм ғүмереңде оҙайт» тигән девиз аҫтында донъялағы 160 ил Бөтә донъя йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнаша. Өс йыл элек Рәсәй ҙә уларға ҡушылды, сараны Рәсәйҙең Олимпия комитеты ойоштора.
Ойоштороусылар ошо күмәк спорт сараһы менән физик әүҙемлектең иң тәбиғи һәм еңел төрөнә халыҡтың иғтибарын йәлеп итергә теләй. Йәйәү йөрөү махсус махсус кейем, ҡиммәтле тренажерҙар һәм теләгән һөҙөмтәгә ирешеү өсөн айҙар буйына хәлдән тайғансы шөғөлләнеүҙе талап итмәй. Бары тик урамға сығыу ҙа етә. Көнөнә 40 минут атлап йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 70 процентҡа кәметә. Бер сәғәттә 300 ккал юҡҡа сыға. Йәйәү йөрөү өсөн физик, йәш сикләүҙәре юҡ, көндәлек әүҙемлектән кешенең хәле һәм кәйефе яҡшыра ғына.
Уҙған йылдарҙа Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө сәғәт бүлкәттәре буйынса эстафета рәүешендә ойошторолғайны. Быйыл байрам итеү бер көн менән генә сикләнмәй. Ошо сараларҙа теләгән кеше ҡатнаша ала. Маршруттар һәр кем үтә алырлыҡ итеп һалына. Байтаҡ төбәктәрҙә фестиваль спорт объекттарында түгел, ә ҡала парктарында уҙғарыла. Унда ғаилә һәм дуҫтар менән килергә мөмкин.
Күләмле проектҡа ҡушылырға теләгәндәр 24 сентябрҙән онлайн теркәлеп һәм почта аша старт номерын алып, тыуған ҡалаһында дуҫтары, туғандары менән атлап үтә ала. Сараның социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре: «Бәйләнештә», Facebook.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика