11:42 (UTC+5), 12 Сентябрь 2017

Башҡортостан спортсыһы – ҡаяға үрмәләү буйынса донъя беренселегендә бронза призер

Башҡортостандың Ҡаяға үрмәләү федерацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Австрияның Инсбрук ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса донъя беренселеге тамамланды. 50-нән ашыу илдән 1200-гә яҡын спортсы дүрт номинацияла миҙалдар өсөн көс һынашты. Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан Камилла Ҡушаева бар ине, ул бәләкәй ҡыҙҙар араһында «тиҙлек» дисциплинаһында бронза миҙал яуланы. Миҙалдар һаны буйынса беренсе урында — Япония (24 миҙал, шуларҙың һигеҙе — алтын), икенселә — АҠШ (14 миҙал, биш алтын). Рәсәй командаһы 15 миҙал менән өсөнсө урында килә, шуларҙың дүртәүһе — алтын, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ҡаяға үрмәләү федерацияһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика