09:48 (UTC+5), 16 Августа 2017

Еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында көмөш призер Данил Лысенко Өфөгә ҡайтты

асыҡ сығанаҡтарҙан
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты триумфаторы, бейеклеккә һикереүҙә көмөш миҙал яулаусы Данил Лысенко бөгөн төндә Өфөгә ҡайтты. Өфө аэропортында донъя вице-чемпионын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө ҡаршы алды.
Данилдың әсәһе Ирина улы өсөн нисек янып-көйгәне хаҡында һөйләне: «Бөтә ғаилә, туғандар, дуҫтар, ҡала – бөтәһе лә уның өсөн ҡайғырҙы, барыһы ла ҡотлай. Тренерҙарыбыҙға – Николай Михайлович Ковальский һәм Евгений Петрович Загорулькоға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың тырышлығы менән был еңеү булды».
Николай Ковальский ҙа тәьҫораттары менән уртаҡлашты: «2012 йылда Рөстәм Хәмитов менән осраштыҡ, яңы япма тураһында һорау күтәрҙек. Шул ваҡытта Усманов үҫмерҙәр араһында донъя чемпионатында икенсе булды, шунан сығып заманса япма эшләтеү үтенесе менән мөрәжәғәт иттек. Республика Башлығы был мәсьәләне хәл итте. Беҙҙең шарттар яҡшырҙы һәм һөҙөмтәләр ҙә, моғайын, Данилдыҡы ла шуға күрәлер».
«Ауыр булды, әлбиттә, әммә миңә йәрәхәт ныҡ түгел, һикерергә була, ләкин ауыртасаҡ тинеләр. Һикерергә тура килде. Ауырта ине, әммә түҙҙем. Был минең өсөн өлкәндәр кимәлендә етди башланғыс. Барыһы ла уңышлы. Мин бик бәхетле», – тип һөйләне Данил Лысенко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика