10:30 (UTC+5), 10 Августа 2017

Баш ҡаланың тау саңғыһы мәктәбе балалар төркөмөн йыя башланы

Ольга Колесникова
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тау саңғыһы спорты, сноуборд, фристайл төркөмдәренә балалар ҡабул итә башланы.
Документтарҙы ағымдағы йылдың 25 авгусына ҡәҙәр тапшырырға кәрәк. Уҡырға инеүселәрҙе шәхси рәүештә һайлау өсөн контроль күнекмәләр тапшырыу формаһында тест уҙғарыла. Спорт мәктәбендә бюджет урындары ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәктәп үҙенең тренерҙары һәм тәрбиәләнеүселәре менән данлыҡлы, һуңғылары республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүселәр һәм призерҙар булды.
Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 246-39-49, 246-39-50 телефондары буйынса алырға мөмкин.
Билдәләп үтергә кәрәк, Өфөлә 30-ҙан ашыу спорт мәктәбе эшләй. Улар үҫеп килгән быуынға физик һәләттәрен үҫтерергә һәм төрлө спорт төрҙәрендә оҫталыҡтарын нығытырға мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика