03:17 (UTC+5), 07 Августа 2017

«Өфө» һәм «Әхмәт» футбол клубтары һөҙөмтәле уйын ойошторҙо

Олег Яровиков
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Баш ҡалала «Өфө» һәм Грозный ҡалаһының «Әхмәт» футбол клубтары араһында Рәсәй футбол Премьер-лигаһы чемпионатының 4-се туры уҙҙы.
Тәүге таймда бер кем дә туп индерә алманы, ярышташтар бер-береһенең хатаһын көттө.
Беренсе булып хужалар хата ебәрҙе. 48-се минутта йәнә өфөләрҙең үҙәк һаҡсыһы Джемал Табидзе хаталанды һәм Бразилиянан Лео иҫәпте асты — 1:0
Сергей Семак һөжүмде максималь рәүештә көсәйтеп, өс тапҡыр уйынсыларҙы алмаштырҙы. 10 минут ҡалғас алдағы өс уйында бер тупты ла үткәрмәгән «Әхмәт» командаһы Өфө клубынан бер юлы өсәүҙе алды. Башта Боян Йокич Дмитрий Стоцкийҙың флангынан тапшырыуын бикләне – 1:1. Штраф һөжүмен уйнатҡандан һуң дүрт минут үткәс Павел Аликин елкәһе менән тупты ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына ебәрҙе – 2:1. Шуның менән дә мәрәйҙәр программаһы тамамланманы – Дмитрий Сысуев йәнә «Әхмәт» клубының көсһөҙ мөйөшөнә индерҙе – 3:1.
Ҡунаҡтар уйындың ахырына ҡәҙәр көрәште һәм һуңында Анхель тырышып, туп индерҙе – 2:3.
Шуныһы ҡыҙыҡ, йәш составтар алышында мәрәйҙәр һаны шул уҡ булды – Өфө «йәштәре» һуңғы минуттарҙа даими иҫәпте алып барып, еңеү яуланы – 3:2. Өфөнөң йәштәр клубы иң күп мәрәй менән турнир таблицаһын етәкләй – 12.
Төп команда 8 мәрәй йыйып, дүрт уйын еңелмәй.
8 августа бишенсе турҙа өфөләр Пермдә «Амкар»ға ҡаршы уйнаясаҡ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика