07:13 (UTC+5), 02 Август 2017

Башҡортостан парашютсылары Псков ҡалаһында Рәсәй чемпионатында сығыш яһаны

БР Парашют спорты федерацияһы сайты
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Псков ҡалаһында бер үк ваҡытта Рәсәй ФедерацияһыҠораллы Көстәре кубогы менән бергә уҙғарылған һәм Һауа-десант ғәскәрҙәренә нигеҙ һалыусы, генерал Василий Маргеловҡа арналған парашют спорты буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Бәйге 25-30 июлдә 76-сы Суворов орденлы Чернигов Ҡыҙыл байраҡ гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһы базаһында үтте, унда илдең 35 төбәгенән 80-ләгән спортсы ҡатнашты.
Башҡортостандың Парашют спорты федерацияһында хәбәр итеүҙәренсә, ярыш йомғаҡтары буйынса Тимур Хәмитов, Илнур Хәлиуллин, Артем Боровиков һәм Алексей Буренин ҡатнашлығында Башҡортостандың ир-егеттәр йыйылмаһы Псков өлкәһе һәм Мәскәүҙең ЦСКА командаларынан ҡалышып, ергә төшөү дөрөҫлөгөнә төркөм һикереүҙә өсөнсө урын яуланы. Шулай уҡ ир-егеттәр команда икебәйгеһендә ЦСКА һәм Псков өлкәһе командаларынан ҡалышып, бронза миҙалдар яуланы. Евгения Торгашева, Ирина Абдуллина һәм Ксения Трофимова ҡатнашлығында Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы бер аҙ Псков өлкәһе командаһына еңелеп, көмөш миҙалдар алып ҡайтты.
Шәхси зачетта ла Башҡортостан спортсылары уңышлы сығыш яһаны: Алексей Буренин икебәйгелә икенсе урын алды һәм ергә төшөү дөрөҫлөгөндә алтын миҙал яуланы. Шәхси акробатикаға һикереүҙә спортсы алтынсы булды. Евгения Торгашева (Күмертау) менән Таисия Кривощекова (Псков) ЦСКА командаһынан (Мәскәү) Елена Тушева һәм Любовь Екшикееваға (Псков) еңелеп, шәхси икебәйгелә өсөнсө урынды уртаҡлашты.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика