11:13 (UTC+5), 01 Августа 2017

Башҡортостан спортсылары XXIII йәйге Сурдлимпия уйындарында 11 миҙал яуланы

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Төркиәнең Самсун ҡалаһында XXIII йәйге Сурдлимпия уйындары тамамланды. Рәсәй йыйылмаһы командаһында Башҡортостандан туғыҙ спортсы – Карина Хәкимова, Рөстәм Әхмәтов, Заур Беданоков, Ринат Ҡадиров, Рөстәм Нәжметдинов, Михаил Сидоров, Лиана Тимашева, Юлиә Әбүбәкирова, Нелли Ерофеева һәм Денис Хәкимов. Улар миҙал өсөн бадминтонда, еңел атлетикала һәм дзюдола көрәште.
Рәсәй йыйылмаһы дөйөм команда зачетында еңде. Рәсәйҙәр 83 алтын, 51 көмөш һәм 61 бронза награда тупланы. Икенсе урында – Украина (21-41-36), өсөнсөлә – Корея Республикаһы (17-19-13).
Башҡортостан спортсылары иҫәбендә 11 миҙал: дүрт алтын, алты көмөш һәм бер бронза.
Еңел атлетика спортсыһы Юлиә Әбүбәкирова 800 метр арауыҡта еңде һәм 100-шәр метрлыҡ 4 эстафетаһында команда «алтынын» яуланы.
Бадминтонда Карина Хәкимова команда турнирында «көмөш» миҙалға эйә.
Башҡортостанда иң күп миҙалдар дзюдола: Рөстәм Әхмәтов (100 килограмм) һәм Ринат Ҡадиров (90 килограмм) чемпиондар булды; Ҡадиров шулай уҡ үҙ категорияһында команда турнирында – көмөш призер; тағы ла көмөш наградалар – Заур Беданоковта (шәхси һәм команда зачетында, 81 килограмм), Михаил Сидоровта (команда, 81 килограмм) һәм Лиана Тимашевала (команда, 63 килограмм); Тимашева шәхси беренселектә «бронза» яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика