Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Июль 2017, 17:16
«Өфө йәштәре» Екатеринбургта «Урал»дан тиҫтерҙәрен еңде
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Өфө йәштәре» Рәсәй футбол Премьер-лигаһының йәштәр командалары беренселегендә еңеү яулауын дауам итә. Йома, 28 июлдә, Башҡортостанда билдәле футбол белгестәре Альберт Лоҡмановтың һәм Дамир Дәүләтовтың тәрбиәләнеүселәре Екатеринбургта «Урал»дан тиҫтерҙәрен 4:0 иҫәбе менән еңде.
Беренсе таймда Вячеслав Журавлев туп индерҙе. Осрашыуҙың икенсе яртыһында Линар Мөхәмәтшин һәм Марк Криворог айырылып торҙо.
Өс осрашыуҙан һуң «Өфө йәштәре» өс еңеү яуланы, улар лидерҙар төркөмөндә.
Киләһе уйын — 4 августа үҙ майҙанында Грозныйҙың «Әхмәт» йәштәр командаһына ҡаршы.
Теги:
футбол
рфпл
Читайте нас: