12:34 (UTC+5), 26 Июль 2017

Өфөнән дүрт егет Азиянан Европаға Босфор боғаҙын йөҙөп сыҡты

Светлана Куликова, Алик Шакиров
Светлана Куликова, Алик Шакиров
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Истанбулда Босфор боғаҙы аша 29-сы халыҡ-ара йөҙөп сығыу ойошторолдо. Унда 49 илдән ике мең самаһы йөҙөүсе ҡатнашты, шуларҙың 400-гә яҡыны — Рәсәй вәкилдәре. Улар араһында Өфөнән дүрт егет, I Love Swimming еңел йөҙөү мәктәбе тәрбиәләнеүселәре бар. Берәүһе — марафондарҙы ойоштороусы һәм йүгерергә яратыусы Владислав Литвинчук Босфорҙы 1 сәғәт 12 минут 9 секунд эсендә йөҙөп сыҡты, тип хәбәр итә Өфө халыҡ-ара марафонының матбуғат атташеһы Светлана Куликова.
«Мин бурысты үтәнем тиерлек: лидерҙан 20 минутҡа еңелмәҫкә, — тине Владислав. — Босфор боғаҙы аша сираттағы континенталь-ара йөҙөү — ыңғай һәм ҙур ваҡиға. Юғары кимәлдә ойошторолған».
Йөҙөү трассаһының оҙонлоғо 6,5 саҡрым тәшкил итте. Лидерҙар — рәсәйҙәр Евгений Елисеев һәм Кристина Кочеткова. Евгений арауыҡты 50 минут 58 секунд эсендә үтте. Кристина Кочеткованың һөҙөмтәһе — 54 минут 57 секунд. Икенсе һәм өсөнсө урындар төрөк спортсыларында.
Еңеүселәр миҙалдар һәм кубоктар алды. Бынан тыш, һәр ҡатнашыусы махсус сертификатҡа эйә булды, унда Азиянан Европаға Босфор боғаҙын йөҙөп сығыуҙары раҫлана.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика