04:31 (UTC+5), 25 Июля 2017

Өфөнән Аделина Ибәтуллина — Чехияла заманса биш төр ярыш буйынса донъя чемпионы

Рәсәйҙең Заманса биш төр ярыш федерацияһы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Прагала (Чехия) заманса биш төр ярыш буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Аделина Ибәтуллина сығыш яһаны.
Ярыштарҙың йомғаҡтары буйынса ул «А» кадеттары араһында донъя чемпионы булды. Аделина Елена Мичелиҙы (Италия) һигеҙ секундҡа һәм 2016 йылғы Олимпиадала ҡатнашҡан Хайди Морсиҙы (Мысыр) 23 секундҡа уҙып китеп, финишҡа беренсе булып килде.
Команда беренселегендә Аделина Ибәтуллина, Виктория Новикова һәм Алёна Авдееванан торған Рәсәй йыйылмаһы икенсе урынды яуланы. Тәүге урында Италия вәкилдәре, өсөнсөлә — мексикандар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика