04:50 (UTC+5), 24 Июля 2017

«Өфө» футбол клубы Рәсәй чемпионынан мәрәйҙәрҙе тартып алды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Өфө» футбол клубы Рәсәйҙең ғәмәлдәге чемпионы — Мәскәүҙең «Спартак» командаһы менән тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Өфөлә Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатында икенсе турҙың уйыны 0:0 иҫәбе менән тамамланды.
«Спартак» рәттән икенсе матчты еңә алмай, «Өфө» иһә ошо уҡ осорҙа ике мәрәйгә күберәк йыйып, еңелмәй.
«Уйын буйынса ҡарағанда, һәйбәт уйнаныҡ. Егеттәргә эш өсөн рәхмәтлемен. Артабан да алға барасаҡбыҙ», — тип ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны «Өфө»нөң баш тренеры Сергей Семак.
«Бөгөн беҙ яҡшы уйын күрһәттек. Ләкин «Өфө» кеүек көслө команда менән уйнауы ауыр булды. Беҙ дәғүәсегә гол индерергә мөмкинлек бирмәнек, үҙебеҙ ҙә мөмкинлектәребеҙҙе тормошҡа ашыра алманыҡ», — тип аңлатма бирҙе осрашыуға ҡунаҡтарҙың остазы Массимо Каррера.
«Өфө» дүрт мәрәй йыйҙы. Киләһе мачты өфөләр 29 июлдә Екатеринбургта «Урал»ға ҡаршы үткәрә.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика