15:36 (UTC+5), 24 Июля 2017

Башҡортостан спортсылары Төркиәлә XXIII йәйге Сурдлимпия уйындарында туғыҙ миҙал яуланы

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан спортсылары Төркиәнең Самсун ҡалаһында XXIII йәйге Сурдлимпия уйындарында туғыҙ миҙал яуланы.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дзюдосылар Рөстәм Әхмәтов (100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында) һәм Ринат Ҡадиров (90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында) еңеүсе булды.
Бадминтонсы Карина Хәкимова һәм дзюдосылар Лиана Тимашева, Мизаил Сидоров, Ринат Ҡадиров һәм Заур Беданоков команда ярыштарында көмөш миҙалдар яуланы.
Заур Беданоков 81 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында шәхси турнирҙа көмөш призер булһа, Лиана Тимашева 57 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында «бронза» алды.
Бынан тыш, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илья Тришкин 50 метр арауыҡта баттерфляй стилендә йөҙөү буйынса бронза миҙал яуланы, ләкин ул Һарытау өлкәһе өсөн сығыш яһай.
Дүрт көндән һуң Рәсәй йыйылмаһы дөйөм команда иҫәбендә 28 алтын, 21 көмөш һәм 10 бронза миҙалдар менән беренсе урында килә. Икенсе урынды Украина командаһы биләй (6-8-14), өсөнсөлә — Корея Республикаһы йыйылмаһы (6-6-6).
Төркиәлә йәйге уйындар 30 июлдә тамамлана.
Белешмә. Сурдлимпия уйындары — ишетеү һәләте буйынса инвалидтарҙың халыҡ-ара спорт ярыштары. Улар Халыҡ-ара һаңғырауҙар спорты комитеты эгидаһы аҫтында 1924 йылдан алып уҙғарыла. Спортсылар ғәҙәти атлеттар кеүек үк ошо уҡ ҡағиҙәләр һәм шул уҡ трассаларҙа ярыша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика