17:31 (UTC+5), 21 Июль 2017

Өфөләр һыу-моторлы спорт буйынса чемпионатҡа тамаша ҡыла ала

Өфө хакимиәте сайты
Өфө хакимиәте сайты
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләр «Халыҡ ҡулланылышындағы йөҙөү саралары» класында һыу-моторлы спорт буйынса чемпионатҡа тамаша ҡыла ала. Ярыштар шәмбе, 22 июлдә, Өфө йылғаһы акваторияһында, «Йәшлек» комплексы янында уҙа.
Өфөләр менән бергә сарала Башҡортостандың башҡа ҡалаларынан, шулай уҡ Яр Саллынан, Новосибирскиҙан спортсылар — бөтәһе 20-гә яҡын карап ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Чемпионат көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла.
Ойоштороусылар: ҡаланың физик культура һәм спорт буйынса комитеты, Өфөләге Спортты үҫтереү үҙәге һәм Башҡортостандың Һыу-моторлы спорт һәм спорт туризмы федерацияһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика