17:40 (UTC+5), 14 Июль 2017

Республиканың иң яҡшы олимпия резервындағы балалар мәктәптәре 700 мең һумдан алып 2 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ

«Аҡбуҙат» ипподромы
«Аҡбуҙат» ипподромы
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың туғыҙ олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе Олимпиясыларға булышлыҡ итеү фондынан гранттар аласаҡ. Бадминтон кеүек спорт төрөн үҫтергән учреждениелар араһында конкурс еңеүселәре иҫәбенә Өфөләге 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе инде, ул беренсе урынды яуланы. Ошо учреждениеға ике миллион һум бүлеү ҡаралған.
Башҡортостандың велосипед спорты, фехтование (Өфө) һәм тау саңғыһы, сноуборд (Өфө) буйынса мәктәптәре — икенсе баҫҡыста. Был учреждениеларҙың һәр береһенә 1,5 миллион һум йүнәлтелә.
Өсөнсө урында — республиканың ат спорты һәм заманса биш төр ярыш һәм биатлон буйынса спорт мәктәптәре, уларҙың һәр береһенә 700 мең һум йүнәлтелә.
Башҡортостандың теннис; байдаркала һәм каноэла ишеү һәм бокс үҫешкән 4-се спорт мәктәптәре лауреаттар булды. Уларға 500-әр мең һум бирелә.
Йыл һайын фонд Рәсәйҙең йыйылма командаларына кандидаттар әҙерләгән олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре эшмәкәрлегенә ярҙам итеү маҡсатында гранттар булдыра һәм конкурс нигеҙендә тапшырыла. Быйыл Олимпиясыларға булышлыҡ итеү фонды гранттары өсөн конкурста 478 физкультура-спорт ойошмаһынан 580 ғариза ҡаралды. Башҡортостан 11 ғариза ебәрҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика