08:00 (UTC+5), 14 Июля 2017

Ғәлим Яҡупов яңы командала Екатеринбург спортын яҡтыртасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның элекке директоры Ғәлим Яҡупов — «Матч ТВ» федераль спорт телеканалының Екатеринбургтағы филиалы етәксеһе. Ул үҙенең яңы эш урыны хаҡындағы мәғлүмәтте «Башинформ» агентлығына телефондан һөйләшеүҙә раҫланы.
2017 йылдың март башында Ғәлим Яҡупов Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде һәм республикала электрон киң мәғлүмәтте үҫтереү мәсьәләләре өсөн яуаплы булды.
«Мине Екатеринбургка саҡырғас, ризалаштым. Шатмын, әлбиттә, барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам, — тип тәьҫораттары менән бүлеште медиа-менеджер. — Ҡала ҙур, миңә бик оҡшай. Эшләргә тура киләсәк профессионалдар командаһы ла оҡшай. Улар Универсиадала, Олимпиадала, башҡа спорт турнирҙарында, шулай уҡ Рәсәйҙәге ҙур Екатеринбург-Экспо күргәҙмәһендә эшләү тәжрибәһенә эйә. Футбол, хоккей һәм башҡаларҙы яҡтыртасаҡбыҙ — бында ла спортты бик яраталар. Бындай эш минең өсөн — адреналин, тура трансляциялар...».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика