10:55 (UTC+5), 11 Июль 2017

Республиканың Учалы районы «Ебәк юл» раллийында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте

Станислав Шахов
Станислав Шахов
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Кисә, 10 июлдә, «Ебәк юл» халыҡ-ара ралли-рейдының өсөнсө этабы тамамланды. Автомарафонда ҡатнашыусылар 900 саҡрымға яҡын юл үтте. Этап Өфөлә башланды, иртән экипаждар Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигенә юлланды. Унда махсус участок башланды, уның бер өлөшө – 50 километрҙан ашыуы – Башҡортостандың Учалы районы буйлап уҙа. Ҡаҙағстандың Кустанай ҡалаһы уҙыштың өсөнсө этабының финиш нөктәһе булды.
Легендар уҙышсыларҙы күреү өсөн бер нисә мең тамашасы йыйылғайны. Күптәр ғаиләләре менән килгән. Бәхеткә, һауа торошо ла был көндө тамашасыларҙың һәм спортсыларҙың кәйефен боҙманы, ямғыр кискә ҡарай ғына яуҙы.
Хәйер, юлдарҙың ҡоро булыуына ҡарамаҫтан, юғары тиҙлекле трасса раллиҙа ҡатнашыусылар өсөн еңел бирелмәне – пилоттарға һәм штурмандарға йыш ҡына йүнәлештәрҙе үҙгәртергә, ҡыуаҡлыҡтар һәм бейек үләндәр аша үтергә тура килде.
Өсөнсө этапта танылған француз уҙышсыһы, ралли буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Себастьян Лёб еңеү яуланы.
Йөк машиналары категорияһында белорус Сергей Вязович (МАЗ-СПОРТавто) иң яҡшыһы булды. Мартин Коломы (Tatra Buggyra Racing) этапты икенсе булып тамамланы, был уға дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынға күтәрелергә мөмкинлек бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ебәк юл» раллийында ҡатнашыусылар 7 июлдә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандан старт алғайны. Өс ил – Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай буйлап үткән юлдың дөйөм оҙонлоғо 9 599 километр тәшкил итә, шуның 4 094 саҡрымы — махсус участкалар. Марафон ике аҙна дауам итә һәм Ҡытайҙың Сиань ҡалаһында тамамлана.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика