17:24 (UTC+5), 11 Июль 2017

Киләһе йылда Башҡортостанда НХЛ стандарттарына ярашлы яңы хоккей майҙансығы асыла

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2018 йылда Башҡортостанда Милли хоккей лигаһы стандарттарына ярашлы яңы хоккей майҙансығы асыла. Ул Күмертауҙа төҙөлә башлаған Боҙ һарайында урынлашасаҡ. Төҙөлөштө дауам итеүгә яҡынса 110 миллион һум бүленгән, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Боҙ аренаһы 602 тамашасыға иҫәпләнгән, командалар өсөн алты сисенеү бүлмәһе ҡаралған. Ошо объектты төҙөгән «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әлеге ваҡытта биләмәне төҙөкләндереү, эске селтәрҙәрҙе һәм ҡорамалдарҙы монтажлау эштәрен дауам итә.
Һуңғы йылдарҙа Күмертауҙа физик культураны һәм спортты үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылған. Ҡаланың спорт бүлексәләре тәрбиәләнеүселәре республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулай. Бында «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» спорт-мәғариф проекты тормошҡа ашырыла. Яңы боҙ һарайы республика картаһында хоккей ҡалалары һанын арттырасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика