09:55 (UTC+5), 11 Июля 2017

Өфөнөң «Витязь-ГТУ» командаһы Магнитогорскиҙың «Металлург»ын еңде

Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөнөң «Витязь-ГТУ» командаһы өсөнсө Рәсәй дивизионының «Урал һәм Көнбайыш Себер» зонаһы футбол беренселеге сиктәрендә үҙ майҙанында Магнитогорскиҙың «Металлург»ын ҡыйратты – 3:1.
Өфөләр уйын башында бер тупты үткәрҙе, пенальти менән Сергей Петухов айырылды.
Әммә тайм аҙағында Өфө егете Дмитрий Большаков бер минут эсендә барыһын дә үҙгәртте – 2:1 .
Икенсе таймда ике яҡтың туп индереү мөмкинлектәре күп булһа ла, ул тик бер тапҡыр ғына ҡапҡа селтәрен күрҙе – хужалар капитан Павел Васильевтың голы менән өҫтөнлөктө нығытты.
Еңеү «баһадирҙарға» икенсе урынға сығырға мөмкинлек бирҙе, әммә эргәләге дүрт команда ике-өс уйынға әҙерәк уйнаған.
«Витязь-ГТУ» командаһы үҙенең киләһе уйынын 22 июлдә Омскиҙа Иртышҡа ҡаршы үткәрәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика