Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Июль 2017, 09:27

Өфөлә «Ебәк юлы - 2017» раллийында ҡатнашыусыларҙы бер нисә мең кеше ҡаршы алды

Георгий Шишкин
Георгий Шишкин
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова. Өфө «Ебәк юлы-2017» халыҡ-ара раллийында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды. Йәкшәмбе, 9 июлдә, улар Башҡортостанға Минзәлә яғынан килде. Бер-бер артлы Салауат Юлаев исемендәге майҙанға бөтә донъяға билдәле уҙышсылар идаралығында йөклө һәм юлһыҙ ерҙәрҙә йөрөүсе машиналар килеп инде. Уҙышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә меңәрләгән кеше, шулай уҡ Mate Kenzo, Sunrise һәм Өфөнөң башҡа төркөмдәре йыйылды.
Майҙанға тәүгеләрҙән булып Peugeot Sport командаһынан француз пилоты Себастьян Лёб килеп сыҡты.
«Бөгөн бик ҡатмарлы этап, юлда бик күп ҡаршылыҡтар булды, яҡшы ваҡыт күрһәттем тип әйтә алмайым. Әммә эшләргә тейеш нәмәне үтәнем, артабан уңыш килер, тип ышанам, — тип аңлатма бирҙе Себастьян Лёб уҙыштың алдағы этабына. – Ҡыуып барыусыларҙан алыҫлашырға тырышасаҡмын».
«Хәҙер Өфөлә булыуыма бик шатмын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡала буйлап йөрөй алмаясаҡмын, иртәгә 900 саҡрым оҙон юл көтә», — тип сәләмләне ҡала халҡын Себастьян Лёбтың команда буйынса партнеры Сириль Депре.
Әйтеп үткәндә, ике этап йомғаҡтары буйынса Лёб һәм Депре юлһыҙ ерҙәрҙә йөрөүсе машиналар рейтингында икенсе һәм өсөнсө баҫҡысты биләй, уҙышта Peugeot Sport командаһынан тағы ла бер ҡатнашыусы Стефан Петерансель алдынғы тора. Йөклө машиналар араһында өс лидер исемлеге былай: 1) Мартин ван ден Бринк (Mammoet Rallysport Renault), 2) Жерар де Рой (De Rooy Iveco), 3) Артур Ардавичус (Astana De Rooy Iveco).
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта республика Хөкүмәте исеменән уҙышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләү телмәрен уҡып, «Ебәк юлы» раллийын халыҡ-ара спорт тормошонда мөһим ваҡиға тип атаны.
«Билдәле етенсе автомарафондың маршруты республикабыҙ аша үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Тыуған яғыбыҙ Бөйөк Ебәк юлының мөһим өлөшө булды. Ошо ерҙәр аша бик күп каруандар үткән, бында күп телле тормош ҡайнаған, йәнле сауҙа барған. Республикабыҙ йылдан-йыл Ҡаҙағстан һәм Ҡытай төбәктәре менән бәйләнештәрҙе нығыта, беҙ аралашыу һәм хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ», — тип билдәләне Андрей Иванюта.
«Дакар» раллийында ете тапҡыр еңеүсе, «Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли-рейды проекты етәксеһе Владимир Чагин сараның төп ҡунаҡтарының береһе булды.
«Проектыбыҙ уҙыш барған төбәктәр халҡына яҡшы кәйеф бүләк итеүенә шатмын, — тине Владимир Чагин. — Һис шикһеҙ, һеҙҙең күңел йылығыҙ, эскерһеҙ мөнәсәбәтегеҙ, теләктәрегеҙ ҡатнашыусыларға һәм уларҙың машиналарына Ҡаҙағстандан Ҡытайға тиклем тағы ла меңәрләгән саҡрым юлды үтергә ярҙам итәсәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, экипаждар Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандан 7 июлдә старт алды. 10 июлдә ралли-рейдта ҡатнашыусылар 54 саҡрым тиҙлек участкаһын үтеү өсөн республиканың Учалы районына юл тотасаҡ.
Өс ил – Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡытай буйлап юлдың дөйөм оҙонлоғо 9599 саҡрым тәшкил итә, уларҙың 4094 саҡрымы махсус ҡатнашыусыларҙан тора. Марафон ике аҙна барасаҡ һәм Ҡытайҙың Сиань ҡалаһында тамамланасаҡ.
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: