05:58 (UTC+5), 10 Июля 2017

Өфө «Футбол буйынса Донъя чемпионаты кубогы туры» эстафетаһы үткән дүртенсе ҡала буласаҡ

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфө «Футбол буйынса Донъя чемпионаты кубогы туры» эстафетаһы үткән дүртенсе ҡала буласаҡ. Мәскәүҙең «Лужники» спорт комплексының ҙур майҙанында 24 Рәсәй ҡалаһын уратып алған буласаҡ турҙың маршруты менән таныштырҙылар. Был эстафета Олимпия утын бер нөктәнән икенсеһенә тапшырыу алмашы буласаҡ һәм уны Coca-Cola компанияһы менән берлектә Халыҡ-ара футбол федерацияһы ойошторасаҡ. «Лужники» комплексындағы тантанала ҡалаларҙың һәр береһе менән теге йәки был билдәле спортсы таныштырҙы. Өфөнән унда донъя һәм Европа чемпионы, Ганынан ЮНЕСЕФ изге теләк илсеһе француз футболсыһы Марсель Десайи булды.
Рәсәйҙә уҙасаҡ футбол буйынса FIFA донъя чемпионаты кубогы ил буйлап үҙ юлын Мәскәүҙән башлаясаҡ, унан һуң Красноярск (9 сентябрь), һуңынан Омск (15 сентябрь), Силәбе (20 сентябрь), Өфө (26 сентябрь), Пермь (3 октябрь), Саранск (6 октябрь), Ярославль (11 октябрь), Калининград (12 октябрь), Тула (17 октябрь), Курск (20 октябрь), Воронеж (26 октябрь), Һарытыу (1 ноябрь), Волгоград (8 ноябрь), Краснодар (14 ноябрь) һәм Сочи ҡалаларына (22 ноябрь) тапшырыласаҡ. В 2018 йылда ул Владивосток (1 май), Новосибирск (5 май), Екатеринбург (9 май), Һамар (13 май), Ҡазан (17 май), Түбәнге Новгород (21 ноябрь), Дондағы Ростов (25 ноябрь), Санкт-Петербург (29 май) һәм Мәскәү ҡалаларында (3 июнь) буласаҡ. 2017 йылдың 14 июнендә баш ҡала трофей үҙенең юлын тамамлаған ҡала буласаҡ.
Маршрутты иғлан итеү тантанаһында турҙың 50-нән ашыу биләмә буйлап үтәсәге һәм кубок тарихында уның иң оҙон сәйәхәте буласағы билдәле булды. Донъя кубогы – футбол буйынса донъя чемпионатында еңеү өсөн төп бүләк. 1974 йылдан трофей заманса торошта. Донъя чемпионаты 2018 йылдың 14 июненән 15 июленә ҡәҙәр Рәсәйҙең 11 ҡалаһында үтәсәк. Уны Мәскәү, Калининград, Санкт-Петербург, Волгоград, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Һамар, Саранск, Дондағы Ростов, Сочи, Екатеринбург үткәрәсәк. Өфө чемпионат матчтарын уҙғарыу хоҡуғын отмаһа ла, ул кубок үтәсәк тәүге ҡалаларҙың береһе буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика