04:36 (UTC+5), 06 Июль 2017

Республикала шахмат йондоҙҙары үҫеп килә

Дмитрий Слезин
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин /. Ғафури районының Красноусол ауылында 11 (2008 йылда тыуған һәм кесерәк) һәм 13 йәшкә тиклем (2006-2007 йылдарҙа тыуған) малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге уҙҙы.
Быйыл республиканың Шахмат федерацияһы балалар беренселеген ике төркөмгә бүлергә ҡарар итте: июнь айында – 11 һәм 13 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар, ә августа – 15,17,19 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар уйнай. Беренселек өс номинацияла барҙы: блиц, тиҙ шахматтар һәм «классика».
Был турнирҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Туймазы, Учалы, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ ҡалалары, шулай уҡ Шишмә, Әлшәй, Ғафури, Өфө, Дыуан һәм Архангел райондары вәкилдәре ҡатнашты.
«Классика» буйынса һөҙөмтәләр: 11 йәшкәсә ҡыҙҙар – Камила Ханнанова (Өфө) – 9-ҙан 8.5 мәрәй; 11 йәшкәсә малайҙар – Алексей Игнатьев (Өфө) – 9-ҙан 8.5 мәрәй; 13 йәшкәсә ҡыҙҙар – Илзирә Нуретдинова (Учалы) – 9-ҙан 7.5 мәрәй; 13 йәшкәсә малайҙар – Артем Лазарев (Өфө) – 9-ҙан 7.5 мәрәй.
Блиц буйынса чемпиондар: Лиана Сәйфетдинова (Красноусол), Искәндәр Фәйезов (Баймаҡ), Илзирә Нуретдинова (Учалы), Ринат Ҡунаҡҡужин (Стәрлетамаҡ).
Тиҙ шахматтар буйынса чемпиондар: шул уҡ Лиана Сәйфетдинова, Искәндәр Фәйезов һәм Илзирә Нуретдинова, лидерҙарға ҡушылған Георгий Евстафьев (Туймазы).
Беренселектең иң йәш ҡатнашыусылары билдәләнде һәм бүләкләнде: 5 йәшлек Йәсминә Әбдрәшитова һәм уның тиҫтере Даниил Никифоров (ике гроссмейстер ҙа Красноусолдан).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика