07:38 (UTC+5), 05 Июль 2017

Өфө спортсылары Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыу өсөн Литваға килде

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 5 июлдә Литваның Каунас ҡалаһында 51-се Халыҡ-ара балалар уйындарын асыу тантанаһы була. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселегендәге рәсми делегация Каунасҡа кисә килде.
Спортсылар студент ҡаласығында урынлашты. Бөгөн улар сараны асыу тантанаһында ҡатнашырға тейеш. 6 июлдә беренсе ярыштар башлана, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.
Быйыл республиканың баш ҡалаһы исеменән 13 спортсы өс спорт төрөндә сығыш яһай: еңел атлетика, стритбол һәм дзюдо. Уларҙан тыш, Халыҡ-ара балалар уйындарында донъяның йөҙгә яҡын ҡалаһынан мең ярым самаһы спортсы, шул иҫәптән Мексика, АҠШ, Бөйөк Британия, Швейцария, Израиль вәкилдәре ҡатнаша. Был юлы Өфө — Рәсәйҙән берҙән-бер ҡатнашыусы.
4 июлдә Өфө делегацияһы Халыҡ-ара балалар уйындары етәкселеге менән осрашты, унда 2019 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Халыҡ-ара балалар уйындарын уҙғарыу буйынса ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
Бөгөн Башҡортостан вәкилдәре Халыҡ-ара балалар уйындарының Генераль ассамблеяһында ҡатнаша, уның барышында алдағы дүрт йылға үҫеш стратегияһын билдәләү һәм техник комиссияларҙың идара составын раҫлау ҡаралған. Һуңынан Каунас ҡалаһы мэры менән осрашыу планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика